Өфөлә 23 майҙан 26-һына ҡәҙәр уҙасаҡ 31-се халыҡ-ара “Газ.Нефть.Технологиялар” күргәҙмәһенә һәм Рәсәй нефть, газ, химия форумына 315 компанияның вәкилдәре йыйыласаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, улар – Рәсәйҙән тыш, Беларусь, Үзбәкстан, Иран һәм Ҡытайҙың нефтехимия, химия һәм нефть комплексы өсөн ҡорамалдар етештергән компаниялар. “30 йыллыҡ эшмәкәрлеге дәүерендә “Газ.Нефть.Технологиялар” күргәҙмәһе көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү һәм нефть, газ, химия тармаҡтарын артабан үҫтереү өсөн иң уңайлы ҡарарҙар ҡабул итеү буйынса абруйлы майҙансыҡҡа әүерелде. Беҙҙә ҡеүәтле “Газпром”, “Роснефть”, “Сибур” холдингтарына ингән предприятиелар эшләй. Улар урындағы етештереү ҡеүәттәрен даими үҫтерә бара, республикала эш урындарын арттыра. Рәсәйҙең нефть, газ һәм химия форумы эшлекле программаға эйә, ул йыл һайын тармаҡтың иң яҡшы эксперттарын йыя”, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. “Нефть. Газ. Технологиялар” күргәҙмәһе – Рәсәйҙә яңы технологик процестарҙы һәм ҡорамадарҙы күрһәткән иң ҙур майҙансыҡтарҙың береһе. 14 300 квадрат метр майҙанда 1750 ҡатнашыусы үҙ экспозицияларын күрһәтергә йыйына. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.