Бөгөн республикабыҙ мәктәптәрендә “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы үтте. Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә сыңлаған ҡыңғырау 15 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙҙы оло тормош юлына оҙатты. Шулар иҫәбендә быйыл Ф. Мостафина исемендәге Өфө ҡала 20-се башҡорт гимназияһын тамамлаған 39 уҡыусы ла бар. – Бөгөн шатлыҡлы ла, бер аҙ моңһоу ҙа көн. 11 йыл дауамында һәр бала күңелдә айырым бер урын биләй һәм һәр сығарылыш класы менән белем усағыбыҙҙың бер өлөшөн оҙатабыҙ төҫлө. Мин һеҙҙең тормошта үҙ урынығыҙҙы табыуығыҙға, илһөйәр, телһөйәр шәхестәр булыуығыҙға ышанам, – тине гимназия директоры Булат Илшад улы Зинуров, сығарылыш уҡыусыларына мөрәжәғәт итеп. Ике йыл рәттән “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһында алдынғы уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға, белем усағының тормошонда әүҙем ҡатнашҡан йәмәғәт эшмәкәрҙәренә гимназияның Фатима Мостафина исемендәге премияһы тапшырылып килә. Быйыл был абруйлы бүләккә уҡыу алдынғылары Дилара Дилмөхәмәтова, Айгизә Заһитова, Азалия Ишкинина, Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙы Шафиҡова, шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлнара Салауат ҡыҙы Хажиева, “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһарина лайыҡ булды. 20-се башҡорт гимназияһын тамамлаған һәр бала тураһында бихисап маҡтау һүҙҙәре әйтергә булыр ине. “Шул тиклем рухлы, матур балалар тамамлай быйыл гимназиябыҙҙы. Төрлө сараларҙа, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәштеләр. Мәҫәлән, Ғәлиә Басирова менән Айгизә Заһитова Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиадала ҡатнашып, еңеү яуланы. Камила Сабирова ла ошо бәйгелә уңышлы сығыш яһаны. Бындай миҫалдарҙы бик күп килтерергә мөмкин. Иң мөһиме: уҡыусыларыбыҙ – барыһы ла тырыш, берҙәм, маҡсатлы. Уларҙың тыуған иленең патриоттары буласағына, туған телен, халҡын һөйөп йәшәренә ышанам”, – тине класс етәксеһе Лилиә Ғилметдин ҡыҙы Бикбаева. Йылдағы матур традицияға тоғро ҡалып, редакциябыҙ хеҙмәткәрҙәренең сығарылыш уҡыусылары менән аралашып, уларҙы иҫтәлеккә фотоға төшөрҙөк. Быйыл 20-се башҡорт гимназияһын журналист Дилбәр Ишморатованың улы Ирхан менән реклама бүлеге хеҙмәткәре Гөлсимә Сәлихованың ейәне Арыҫлан тамамлай. – “Башҡортостан” гәзитендә эшләгән апай-ағайҙарға ҙур рәхмәтлемен. I класҡа уҡырға барғас, дәрес бөтөү менән Матбуғат йортона бара инем. Үҙем теләгән бүлмәгә теләгән ваҡытымда барып инә торғайным, апай-ағайҙар минең менән ихлас һөйләшә, шаярта, хатта уйнап ала ине. “Ҙурайғас, кем булаһың?” тигән һорауға “Президент булам!” тип яуап биргәс, мине күреү менән “Ана беҙҙең президент килә”, тип шаярта инеләр. Бына шулай журналистар араһында үҫтем, тиһәм дә була, – тип һөйләне Ирхан Ишморатов. Әйткәндәй, бөгөн 20-се башҡорт гимназияһында һуңғы ҡыңғырауҙы биреү хоҡуғы спорт, йәмәғәт эштәре алдынғыһы Ирханға ышанып тапшырылды. Ҡасандыр Матбуғат йортоноң коридорында йүгереп уйнаған балалар төплө, аҡыллы, маҡсатлы йәштәр булып үҫеп, мәктәп тамамлай. Улар урынына алмашҡа бәләкәстәр үҫеп килә. Тимәк, тормош дауам итә. Иң мөһиме – бәхетле, имен киләсәк насип булһын уларға! Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.