Башҡортостанда дәүләт иҫәбенә 504 аттракцион, шул иҫәптән 109 ҡышҡы тау ҡуйылған. Был республикала булған ошондай ҡоролмалар паркы. Был хаҡта бөгөнгө аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса төбәк дәүләт инспекцияһы етәксеһе Урал Искәндәров белдерҙе. 2023 йылдың иртә яҙы мәҙәниәт һәм ял парктарында миҙгел асыуҙы тиҙләтте. Күңел асыу техникаһы хужалары 395 аттракцион әҙерләгән, шуларҙың 384-е эшкә ҡушылған. Һынау лабораториялары эксперттары 11 аттракционда идара итеү системаларының, механизацияланған узелдарҙың төҙөк булмауын, миҙгел-ара һаҡлау шарттарын боҙоуҙарҙы асыҡлаған. – Был бик мөһим мәсьәлә, – тине Радий Хәбиров. – Балаларыбыҙ ял итә алһын өсөн техниканы контролдә тотоу мөһим. Республика халҡының, айырыуса балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн Радий Хәбиров Дәүләт техник күҙәтеү тәҡдиме буйынса муниципалитет башлыҡтарына ҡорамалды мотлаҡ тикшергәндән һәм ваҡытлыса теркәгәндән һуң ғына ҡуйыуҙы килешергә ҡушты. Тағы бер тема