Хәҙерге илебеҙҙә ошондай ғаиләләр барлығына күптәр аптырай. Тик улар ысынлап бар. Иғтибарығыҙға икенсе ҡатын булып йәшәгән Зөлфиә исемле ҡатындың тарихын тәҡдим итәбеҙ. Ильяс менән улар театрҙа таныша. Үҙе бай, үҙе йомарт, аҡыллы һәм сибәр ир Зөлфиәгә тәүге ҡараштан оҡшай. Уртаҡ дуҫтары булып, уларҙы таныштырғас, араларында тиҙ арала йылы мөнәсәбәт барлыҡҡа килә. Ильяс бик матур итеп йөрөй уның артынан. Ҡиммәтле машинала килеп ала, ресторан йәки театрға алып барып күңелен аса. Бүләктәр, сәйәхәттәр менән күңелен күтәреп тора. Ҡыҫҡаһы, башын юғалтып ғашиҡ була ҡыҙ. Әммә Зөлфиә ахмаҡ түгел: бының кеүек ирҙең яңғыҙ булыуына ышанмай. Нисектер паспорты ҡулына эләгеп, уны ҡарағас, өйләнмәгәнлеген күреп ҡыуана. Тик кемелер барлығын да һиҙә, сөнки ир унда аҙнаһына бер йәки ике тапҡыр ғына ҡуна ҡала, телефоны шылтыраһа, сығып китеп оҙаҡ ҡына һөйләшеп керә. Тик мөнәсәбәттәр йыраҡҡараҡ ингән һайын, ҡатын нығыраҡ ғашиҡ була бара. Ә бер көн үҙенең ауырға ҡалғанын белә. Ильяс был яңылыҡҡа ныҡ шатлана