Найти тему
Башҡортостан гәзите

Әбйәлилдә янған йортта ике бала булған...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн көндөҙ Әбйәлил районының Туйыш ауылында көслө янғын булған. Ведомствонан белдереүҙәренсә, янғын башланыуы тураһында шунда уҡ хәбәр итмәгәндәр. Ут тоҡанғанда өйҙә ике бала булған: биш йәшлек ҡыҙ һәм ете йәшлек малай. Ут сығыу менән янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал “һыҙғырған”, балалар шунда уҡ өйҙән сығып, ярҙамға саҡыра башлаған. Байым ауыл биләмәһендәге ирекле янғын һүндереү дружинаһы һәм ведомствоның янғын һүндереүселәре килгәндә, ике участкалағы ике йортто ут ялмап алған була. Бөтөн әйбер ҡоро булыуы һәм ел арҡаһында ут бер йорттан икенсе йортҡа тиҙ арала күскән. Янғынды бер сәғәт эсендә ауыҙлыҡлай алғандар. Ут бер нисә йорт-ҡаралтыны һәм ихатала торған автомобилде юҡ иткән. Бәхеткә күрә, балалар ваҡытында өйҙән сығып өлгөргән. Шулай уҡ бөгөн, 22 майҙа, төндә Әлшәй районы Раевка ауылында янғын булған. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килгәндә 3х7 метр ҙурлыҡтағы ике ҡатлы бүрәнә бинаның беренсе ҡаты янған була. 30 минут эсендә асыҡ янғын ауыҙлыҡлана. Янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем өс кеше йорттан сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын урынын тикшереү барышында 1985 йылғы ир кәүҙәһе табыла. Хөрмәтле граждандар, балаларығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Өйҙәге электр ҡорамалдарының төҙөклөгөн тикшерегеҙ, китеү алдынан бөтә электр приборҙарын һүндерегеҙ, газ ҡорамалдарын файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала янғынға ҡаршы махсус режим оҙайтылды. Уға ярашлы, урманда усаҡ яғыу, баҡсала ҡоро үлән үртәү тыйыла. Фото: mchsrb