Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһен һәр саҡтағыса Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алып барҙы. Унда үткән аҙнаға йомғаҡ яһалды һәм киләһенә бурыстар билдәләнде. Илдар Заһиҙуллин Башҡортостанстат етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул етәксе урынбаҫары булып эшләгән. Радий Хәбиров уға яңы вазифаһында уңыштар теләне һәм Илдар Заһиҙуллиндың бөтә кәрәкле компетенцияларға эйә булыуын билдәләне. Башҡортостанда уҙған тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 92 осрағы асыҡланған. 123 пациент стационарҙа һаулығын нығыта, 1278 кеше өйҙә дауалана. Был хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. Сирҙе дауалау өсөн дауаханаларҙа 235 урын әҙерләнгән, урындарҙың 17 проценты буш. Башҡортостан Башлығы республиканың Транспорт министрлығына һәм Өфө хакимиәтенә, кешеләр маршруттарын нисек үҙгәртергә кәрәклеген аңлаһын өсөн, Шаҡша күперен ябыу датаһын алдан хәбәр итергә ҡушты. – Мөмкин булғанса, кү