Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылынан Нурзиә һәм Илдар Садиҡовтарҙың ғаиләһендә шатлыҡлы ваҡиға булған – игеҙәк ҡыҙҙары тыуған. Уларҙың Ғүмәр һәм Әхмәт исемле улдары үҫә. Ата-әсә яңы тыуған ҡыҙҙарына Хәлимә һәм Кәримә тип исем ҡушҡан. - Мин үҙем дә игеҙәк һыңары. Бәләкәстәрҙең игеҙәк булыуын, ә инде ҡыҙҙар тыуасағын белгәс, ныҡ шатландыҡ. Исемдәрен дә оҙаҡ эҙләнек. Балаларыбыҙ иҫән-һау булһын! - ти бәхетле әсә. Әйткәндәй, Садиҡовтар балаларын теркәү өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша Күгәрсен районының ЗАГС бүлегенә мөрәжәғәт иткән һәм документтарҙы онлайн тәртиптә юллаған. Бәләкәстәр һау-сәләмәт, бәхетле булһын! Фото: "Мораҙым" гәзитенән.