Найти тему
Башҡортостан гәзите

65 компания йәш белгестәрҙе көтә

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан алып республикала 65 эш биреүсе уҡыу йорттарын тамамлаған 95 белгесте стажировка үтергә алған. Сығарылыш уҡыусыларының күпселеген уҡыу йылы тамамланғас көтәләр. Сара республиканың мәшғүллек үҙәктәре менән берлектә тормошҡа ашырыла. Хеҙмәт ресурстарын тулыландырыу һәм йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) нигеҙендә фәҡирлекте кәметеү буйынса милли маҡсат күрһәткестәренә өлгәшеүҙең мөһим йүнәлештәренең береһен тәшкил итә. Стажировка сығарылыш уҡыусыларына эш табырға, ә предприятиеларға йәш белгестең һәләтен баһаларға ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта эш биреүсегә стажерҙың эш хаҡына сығымдар ҡаплана. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: contenta.info Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/473126#scroll