Найти в Дзене

Өфөлә ҙур форум асыла

Иртәгә Өфөлә “Газ.Нефть. Технологиялар” халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм Рәсәй нефть, газ һәм химия форумы эшен башлаясаҡ. Был сара 23 майҙан 26-на саҡлы барасаҡ. Уны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы. Күргәҙмә һәм форум Рәсәйҙең Энергетика министрлығы булышлығында үткәрелә. Форумдың маҡсаты – эксперт лидерҙарының сығыштары нигеҙендә Рәсәйҙең нефть һәм газ тармаҡтары алдына заман ҡуйған талаптарҙы төрлө яҡлап өйрәнеү һәм баһалау. Форум менән күргәҙмә нефть һәм газ тармаҡтарын үҫтереү буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙамлашыр тип көтөлә. Фото: gntexpo.ru.