#МЫВМЕСТЕ халыҡ-ара премияһы номинацияларына һәм конкурста ҡатнашыусыларҙың проекттарына булышлыҡ итеү мөмкинлегенә ҙур ҡыҙыҡһыныуҙы иҫәпкә алып, Премия дирекцияһы 2023 йылға ғаризалар ҡабул итеү ваҡытын 31 майға тиклем оҙайтты. Төбәк этабында еңеүселәргә урындағы хөкүмәттән булышлыҡ күрһәтелә, төбәк етәкселегенән наградалар тапшырыла, улар үҙҙәренең проекттарын тарата аласаҡ. Һәр кемгә “Сәйәхәттән дә яҡшыраҡ” программаһынан Рәсәй буйлап бушлай сәйәхәт итеүгә сертификат бирелә. Ярымфиналсылар федераль округтарҙа уҙғарылған форумдарҙа осраша, уларға Президент гранттары фонды эксперттары етәкселегендә социаль проектлау буйынса махсус белем биреү программаһы тәҡдим ителәсәк. Төбәк этабында дүрт меңгә яҡын еңеүсе билдәләнә. Финалға 126 проект үтәсәк. 2023 йылда улар өсөн тәүге тапҡыр #МЫВМЕСТЕ премияһының остаздар институты эшләй башлай. Был программа проекттарҙы камиллаштырырға, уҡытыу, консультациялар һәм методик ярҙам аша һөнәри һәм шәхси үҫештә ярҙам итәсәк. Финалсыларҙы номинацияларҙың һәр береһе буйынса Премия партнерҙарынан өҫтәмә мөмкинлектәр: стажировка, вебинарҙар һәм топ-менеджмент, спикерҙар һәм эксперттар менән осрашыуҙар көтә. Еңеүселәр шулай уҡ дәүләт наградаһына – “Изге ғәмәлдәр өсөн” билдәһенә дәғүә итә ала. Фото: премия.мывместе.рф Сығанаҡ: премия.мывместе.рф/tpost