Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йырсы үкенеүен белдергән

Йырсы Әнүәр Нурғәлиевтең ғаиләһе яңыраҡ ауыр ҡайғы кисерҙе - апаһының ҡыҙы Диана юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булды. Ул был турала гел генә сәхифәләрендә яҙып тора. Күрәһең, дуҫтары менән кисерештәрен уртаҡлашыуҙан уға шулай еңелерәктер. Әле лә етем ҡалған өс бәләкәй сабыйға күп ваҡыт бүлеүен белдереп, үҙенең балаларына иғтибар биреп еткермәүен әйткән. Диананың балаларын әле өләсәйҙәре менән олатайҙары тәрбиәләһә лә, йырсы улар өсөн яуаплы булыуын тоя. "Ярай әле ҡыҙым менән улым мине аңлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ бергә булғандың ҡәҙерен белеп бөтмәйбеҙ. Яҡындарығыҙҙы яратығыҙ, йышыраҡ ҡосаҡлағыҙ. Был фани донъяла беҙ ҡунаҡ ҡына. Үҙебеҙҙе лайыҡлы тотайыҡ", - тигән ул. Әйтәһе лә түгел, бик дөрөҫ һүҙҙәр. Фото: https://vk.com/anvarnurgaliev