Тәү ҡарамаҡҡа башҡа тиңдәштәренән һис тә айырылмай Реана: шулай уҡ көләкәс, ихлас, алсаҡ һәм аралашыусан, һорауҙарға ла бик ихлас яуап бирә, бер аҙ ғына тулҡынланыуы һиҙелә. Ә бына эш шахмат таҡтаһына барып етһә, унан да етдиерәк, тынысыраҡ һәм уйсаныраҡ баланы тапмаҫһың! Грециялағы уңыш Тап бына ошо холоҡ һыҙаттары Реанаға Грецияның Родос утрауында үткән уҡыусылар араһындағы шахмат буйынса донъя чемпионатында, туғыҙ партияла 7,5 мәрәй туплап, көмөш миҙал яуларға булышлыҡ итте лә. Сарала 53 илдән 530 йәш шахматсы үҙ көсөн һынап ҡараны. Унда Башҡортостан әләме төшөрөлгән футболка кейгән ҡыҙ икенсе урынға лайыҡ булды. Быға тиклем Башҡортостан шахматсылары йәштәр араһында классик шахмат буйынса үткәрелгән донъя чемпионаттарында ошондай юғары наградаға лайыҡ булғаны юҡ ине. Реана Кинйәбулатова тренеры Семен Григорьев менән был ҡаҙанышҡа үҙенә күрә бер “баҫҡыс” буйлап “үрмәләп барҙы”: башта – Башҡортостан, артабан – Волга буйы федераль округы, аҙаҡ Рәсәй турнирында миҙал яуланылар. Грецияла