Борай районының Ишмәмәт ауылы эргәһендә бынан бер йыл элек яңы фермер хужалығы барлыҡҡа килде. Ауылдың йәш эшҡыуары Марсель Нурисламов “Агростартап” бәйгеһендә ҡатнашып, грант отто. Бөгөн егеттең эше ырамлы бара. –Минең бизнес-пландың төп маҡсаты малсылыҡты үҫтереү ине. Конкурс комиссияһы алдында уны уңышлы яҡланым. Аҡсаға 20 баш "симменталь" тоҡомло башмаҡ һатып алдым, – ти ул. Бөгөн Нурисламовтарҙың хужалығында 40 баш мал иҫәпләнә, тейешле техника бар. Фермер иген һәм мал аҙығы культуралары үҫтерә. Көтөүлек менән бергә 150 гектар ере бар. – Мин мал-тыуар аҫрап донъя көткән ғаиләлә үҫтем. Ауыл тормошон һыйырһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым, мал тәрбиәләү крәҫтиәндең ҡанына һеңгән, – ти егет. “Нурисламов” крәҫтиән (фермер) хужалығында эш ҡайнап тора, сәсеү эштәре тамамланһа ла, башҡа мәшәҡәттәр етерлек. ”Ни өсөн "симменталь" тоҡомло мал алдың?” тигән һорауға Марсель былай тип яуап ҡайтарҙы: – Мин фермерлыҡ эшен башлап ҡына торам. Һөт етештереү йәки ит етештереү менән ныҡлап шөғөлләнергәме, әлегә аныҡ ҡына әйтә алмайым. Шуға күрә ике йүнәлеш өсөн дә отошло булған тоҡомға туҡталдым. Әлегә мал һанын ишәйтеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Борайҙың уңған егетенә уңыштар теләйбеҙ! Гөлназ Хужина. Автор фотолары.