Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Евразия ғилми-белем үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында Өфө фән һәм технологиялар университетының нейрокогнитив геномика лабораторияһы эшләй башлаясаҡ. Ул төрлө ауырыуҙарҙы, шул иҫәптән, ковид ауырыуын да тиҙ арала асыҡлау мөмкинлеген бирәсәк. – Беҙ белгән генетик варианттар ковидтың неврологик эҙемтәләрен асыҡлаусы бүтән тикшереү алып барыусыларға ныҡ ярҙам итәсәк, анализды тәрәнерәк тә, киңерәк тә өйрәнергә булышлыҡ итәсәк,– тип һөйләй профессор Александр Канапин. – Был тәңгәлдә эште дауам итәсәкбеҙ, әле өр-яңы тикшереүҙәр алып барабыҙ. Өфөләге кампустың беренсе сираты iQ-парктың бинаһында буласаҡ. Унда эш зонаһы урынлашасаҡ, стартап үҙәге буласаҡ, шулай уҡ бүтән залдарға ла урын бүленгән. Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров әйтеүенсә, кешенең психик һаулығының тәбиғәтен аңлау өсөн тормош сифатын һәм ғүмер оҙайлылығын күтәреү мөһим. Әлеге лаборатория тап ошо йүнәлештә эшмәкәрлеген алып барасаҡ та инде. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.