Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙең улы тыуыу шатлығын яҡташтары уртаҡлашып, сабыйға аҡ бәхеттәр, атаһының алғы һыҙыҡтан иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләне. Бәхетле әсәне һәм сабыйҙы бала табыу йортонан туғандары һәм яҡындары, Балаҡатай районы хакимиәте вәкилдәре бергәләп ҡаршы алды. Сабыйҙы ҡулға алыу тулҡынландырғыс та, бәхетле лә минуттарҙы бүләк итте. Тағы бер тапҡыр иң яуаплы мәлдәрҙә ғаиләнең, туғандарҙың берҙәмлеге, яҡташлыҡ тойғоһоноң көслө булыуы ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлайһың. Йәш ата-әсәләрҙе улдары тыуыуы менән ҡотлап, ғаиләгә оло мөхәббәт, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйһе килә. Фото:”Яңы Балаҡатай” гәзите.