Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һуң булып ҡуймаһын...

Йыл һайын май айының өсөнсө аҙнаһында Халыҡ-ара СПИД-тан һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө үтә. Тәүге тапҡыр был көндө 1983 йылда Сан-Францискола билдәләйҙәр. Был мәлдә донъяла үлемесле сиргә дусар кешеләр бары бер нисә мең генә иҫәпләнгән һәм уның тураһында мәғлүмәт тә булмаған. Ни өсөн СПИД ҡорбандарын иҫкә алыу көнө кәрәк? Уларҙы иҫкә алыуҙан тыш, халыҡтың иғтибарын был проблемаға йәлеп итеү һәм сирҙе йоҡтороуҙың ни тиклем хәүефле булыуын аңлатыу мөһим, ти табиптар. Башҡортостандағы эпидемиологик хәл Рәсәйҙәге дөйөм тенденцияларға оҡшаш. Республикала йылдан-йыл ВИЧ-инфекциялы кешеләр арта. 1987 йылдан алып 34 805 ауырыу асыҡланған, 2020 йыл башынан 850 кешелә сир булыуы табылған. Белгестәрҙең әйтеүенсә, иҫкәртеү һәм аңлатыу саралары ВИЧ-инфекция осраҡтарын 30 процентҡа тиклем кәметә алыр ине. Диспансер күҙәтеүе һәм дауалау бөгөн бик мөһим. Ваҡытында башланған дөрөҫ дауа саралары сирлеләрҙең ғүмерен тиҫтәләгән йылдарға оҙайта ала, тип иҫәпләй белгестәр. Һуңға ҡалмаҫ өсөн тәртибеңде үҙгәртергә, үҙеңде ҡулға алырға, сирҙе иҫкәртергә өйрәнергә кәрәк, был һәр кемдең ҡулынан килерлек бурыс. Икеләнеп, ҡурҡып йәшәгәнсе, консультация алыу өсөн СПИД менән көрәш һәм иҫкәртеү буйынса республика үҙәгенә килеү яҡшыраҡ. Белешмә өсөн телефон: 8-347-246-06-37. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.