Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы ведомство етәксеһе урынбаҫары Петр Кучеренконың Кубанан эш сәфәренән ҡайтып килгәндә вафат булыуын белдергән. Самолетта ул үҙен насар тойған. “Минеральные Воды ҡалаһында борт ергә төшкәс, табиптар уға медицина ярҙамы күрһәтергә тырыша, тик ҡотҡара алмайҙар”, – ти ведомство хеҙмәткәрҙәре. Петр Кучеренкоға 46 йәш булған. 2020 йылдан мәғариф һәм фән министры урынбаҫары вазифаһын башҡара. Бер йылдан һуң статс-секретарь итеп тәғәйенләйҙәр. Сәйәсәткә 1999 йылда килә, Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Федерация Советы ағзалары ярҙамсыһы булып эшләй. Беҙ уны билдәле йырсы Диана Гурцкаяның тормош иптәше булараҡ та ишетеп беләбеҙ. Ғаиләлә бер ул тәрбиәләнә. Яҡындарына сабырлыҡ насип итһен. Фото: VK.com