Сер түгел, бөгөн күп кенә ғаилә башлыҡтары ситтә, вахта ысулы менән эшләргә мәжбүр. Айҙар буйы ғаиләһенән ситтә булған ирҙәрҙең эштән ҡайтыуын күптәр бик ашҡынып һәм һағынып көтөп ала. Улай ғына түгел ҡоҙа көткән кеүек әҙерләнгәндәр ҙә бар. Хәйбулла районын Аҡъяр ауылында йәшәгән Роза Рәсембәтова үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә вахтанан ҡайтҡан атайҙарын нисек ҡаршыларға әҙерләнеүҙәре хаҡында бик халыҡсан тел менән яҙылған посын ҡуйған. "Өйгә бөгөн ҡоҙа көтөү төҫө ингән. Ҡамыр ҡуйылған, бер-ике төр ит иретелә. Мунса яғылған, юғалған пульт урынына яңыһы Вайлбериздан алынған. Бар ерҙә тәртип. Пашти. Бөтәһе лә йыйнаҡ. Йәнәһе ғүмер баҡый шулай булған. Кәртә тышында бер тауыҡ та күренмәй, сығырға ярамай икәнен бөгөн үҙҙәре лә аңлай шикелле) Гаражда машина тап-таҙа. Мойкала йыуылғанмы, өйҙәме, уныһында эш юҡ, иң мөһиме, һәр саҡ шулай таҙа ғына ул тигән легенда бар. Ғаилә ағзаларының кәйефе күтәренке: кемдер нимәлер һатып алдыртыу, кемдер ҡайҙарға барыуҙы, кемдер ниндәйҙер ҙур эштәр планлаштыра. Шул уҡ ваҡытта нисек коридор ламинатына һыу түгелеп, уның бүртеүенә юл ҡуйылыуға телдән аңлатма әҙерләнә, душ бүлмәһе ишек тотҡаһын боҙоуҙы кем үҙ елкәһенә алыуына килешеү төҙөлә. Беҙҙе ҡыуаныслы, режимлы, ҡунаҡтарға бай, һағынып көтөп алған осор - межвахта көтә. Бөгөн, Алла бирһә, атайыбыҙ эштән ҡайта", -тигән ул. Һәр бер ғаиләгә шундай көтөп алыр атайҙар булыуын теләйбеҙ! Әйткәндәй, вахтанан ялға ҡайтҡан атайҙарығыҙҙы һеҙ нисек ҡаршылайһығыҙ? Фото һәм текст сығанағы: Роза Рәсембәтова.