Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының Нижегородка биҫтәһендә булған хәлде ысын мөғжизәгә тиңләргә була. Өләсәй кеше алты көнлөк сабый менән Долгое күле тирәләй йөрөргә тип сыға. Бер мәлдә, ҡатындың йәш ярымлыҡ ейәне ситкә йүгереп китә, уны тотам тип артынан киткәс, бәпес ятҡан коляска тәгәрәп күлгә төшөп китә. Өләсәй коляска артынан ташлана, әммә шок хәлендә булып бәпесте таба алмай. Ул ярҙам һорап ҡысҡыра башлай. Һәм шул мәлдә, бәпестең бәхетенә, күл янынан велосипедта бер ир китеп барған була. Ул тиҙ арала эштең айышына төшөнә һәм күлгә һикерә. Ул – Өфө кешеһе Наил Яҡупов булып сыға. Уның ҡатыны Людмила Яҡупова был хәл тураһында “Башинформ” агентлығына һөйләгән. Баҡһаң, ул да бәпесте тиҙ генә таба алмай. Күлгә бер нисә тапҡыр сумғандан һуң ғына түңкәрелгән колясканы күреп ҡала, уның аҫтында бәпес ятҡан була. Наил Ғүмәр улы тиҙ генә уны сығара һала. Сабыйҙы ҡотҡарған герой ир ғаиләһенә был хәл тураһында тәүҙә бик һөйләмәй. “Күлдә баланы ҡотҡарҙым” тип кенә әйтә лә, мунсаға йылынырға китә. Тик ир