Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бер туғаны күҙ алдында янып үлә...

20 майҙа төндә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Краснокама районының Яңы Нуғай ауылында шәхси йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр итәләр. Ҡотҡарыусылар килгәндә 5х4 метр ҙурлыҡтағы бүрәнә йортто ут тулыһынса ялмап алған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндергән саҡта 1963 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын сыҡҡан мәлдә һәләк булған ир йортта бер туған апаһы менән булған. Төн аҙағында ҡатын сәйер тауышҡа уяна, верандаға ишекте аса һәм көслө ут күрә. Ҡатын туғанын уятырға йүгерә, ә һуңынан залдағы тәҙрәне ватып, тышҡа сыға. Ҡатын әйтеүенсә, ир аш бүлмәһендәге тәҙрәне вата башлай, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сыға алмай. Янғындың сәбәптәре һәм ваҡиғаның бөтә шарттары асыҡлана. Шулай уҡ 20 майҙа төндә Баймаҡ районы Ҡуянтау ауылында күп фатирлы йортта янғын сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында 1961 йылғы ҡатындың кәүҙәһе табыла. Ике осраҡ буйынса ла Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүсе эшләй. Хөрмәтле граждандар! Фажиғәле янғындарҙан ҡотолоу өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ: - өйҙә, балконда, верандала һәм мунсала тәмәке тартмағыҙ; - электр селтәрҙәрен артыҡ йөкләмәгеҙ; - торлағығыҙҙы янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал менән йыһазландырығыҙ; - балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Янғын ваҡытында 101 йәки 112 телефонына шылтыратығыҙ! Фото: mchsrb.