Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохрананение”) ярашлы, түшәктә ятҡан ауырыуҙар өсөн махсус матрастар һәм массаж өҫтәле алынды. Яңы матрастар пациенттарҙың тәнендә шештәр, яралар барлыҡҡа килмәһен өсөн махсус рәүештә эшләнгән. Айырыуса улар ҙур ауырлыҡтағы ауырыуҙар өсөн уңайлы. - Һауа компрессоры пациенттың тәненә баҫымды тигеҙ бүлеү өсөн матраста һауа каналын барлыҡҡа килтерә. Ул тауыш-тынһыҙ эшләй, тәүлек әйләнәһенә файҙаланып була. Матрас бик еңел һәм йөрөтөү өсөн уңайлы, тән баҫымын яҡшы тота. Тән унда ял итә, – ти дауахананың баш табибы Андрей Палтусов. Шулай уҡ дауаханаға “Орторент Кинезо” терапия өҫтәле алынды. Яңы йыһаз медицина реабилитацияһы бүлексәһенә ҡуйылған. Өҫтәл дауалау-иҫкәртеү процедуралары, мануаль терапия үткәреү һәм массаж яһау өсөн тәғәйенләнгән. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙ