Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Ҡағыҙға яҙып, пишәт һуғып нығытып биреүҙәре ни тора!"

Йылайыр районының Сәләх ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында еңеү яулап, өс миллион һум отҡан ине. Ошо көндәрҙә грант аҡсаһына төҙөлгән өр-яңы "Дуҫлыҡ паркы"н асыу тантанаһы булды. Шул уңайҙан Зөлфирә Таһированың яҙмаларына күҙ һалығыҙ әле. "Ҡыҙыу ғына репетициялар башланып китте, тип әйтә алмайым. Урыҡ-һурыҡ, һүлпән генә сығабыҙ. Мин үҙем дә инәлтеп ята торғас, саҡ килеп сыҡтым. Әллә ошо арала ныҡ арытҡан ул. Ҡыш ваҡиғаларға бай булды: декабрь айынан уҡ башланған мәшәҡәте, ҡайғыһы, көйөүҙәр ярайһы ғына таушалтты, унан инде ҙур еңеүем осондорҙо. Бөтәһе лә бер күңелгә, бер йөрәккә һыйыша алмай тулаша. Шуға парк асыу минһеҙ үтһен, тип уйлағайным. Ике йыл ҡулға-ҡул тотоношоп йөрөгән коллектив алдында уңайһыҙ, тип тағы бер ынтылдым. Репетициялар төнгө сәғәт ун бер, ун икегә тиклем дауам итә лә ҡуя. Шунан ҡайтып, "икеле" алған уҡыусы кеүек баҫып тороп, ир алдында отчёт бирәһең бит инде. Эй, ана теге һуңлап сыҡҡайны, көтөп ултырып, оҙаҡлап киттек, йә булмаһа, иртәгә сыҡмайбыҙ, шуға бөгөн оҙағыраҡ йөрөнөк. Иртәгеһенә, Рөстәм Мөхтәрович, сығығыҙ, тип яҙғансы, тигән булып, тағы һыпыртаһың. "Байрам" бейеүен ҡабатлағанда миңә пар булманы. Тәүге бейегән егет зым-зыя юҡҡа сыҡты, унан берәү табылғайны, мин нығыраҡ "елтерәтеп" ташлағанмын да башҡа сыҡманы ла ҡуйҙы. Бер-ике көн үҙ-үҙемде ҡосаҡлап, һауа менән етәкләшеп йөрөп торғайным, Динә килендәшем ҡайнағамды "бүләк итте". "Килен, минең сәхнә артында эшем күп, бейеүҙән һуң йырлауы ауыр була, һин Тәлғәт ағайың менән бейе лә ҡуй". - тип рөхсәт биргәс, ҡайнағамды тотоп алдым. Иртәгә байрам тигәндә клубҡа әйбер ташый башланыҡ: һауыт-һаба, ит, бешеренгән әйберҙәр, кейем-һалым... Байрам көнө минең ике сәғәт кенә дәресем булғас, тиҙ генә барып уҡытып ҡайтырға булдым, ҡунаҡтар сәғәт 11-гә килә, өлгөрәм, тип уйлайым. Эһе һиңә! Беренсе дәрес бөтөп кенә бара ине, Рөстәм Мөхтәрович яҙа: "Тиҙ генә сығығыҙ, ҡунаҡтар Йылайырға еткән!" Ә? Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан? Кем менән? Кейенелмәгән, биҙәнелмәгән-төҙәнелмәгән. Мәктәптең ике ҡатын бер итеп йүгерекләп, Сәләх уҡыусыларын йыйып алып, зыйҙыҡ ауылға. Директорға бер ҡалҡып мөлдөрәп ҡарау етте: аңланы ла ҡуйҙы. Ҡайтып, шарт-шорт кейенеп, ауыл осона сығып тороп, берҙе генә тын алғайныҡ - килделәр әй. Шар йылмайып, бар тауышҡа йырлап ҡаршы алдыҡ. Сәйләп алдылар, беҙ дерелдәшеп тороп торҙоҡ. Ярай, мәртәбәле ҡунаҡ көн һайын килеп торамы әллә?! Ауылдың иҫтәлекле урындарын күрһәтеп йөрөтөп алдыҡ: былтыр ғына ауыл ҡыҙҙары көсө менән ҡуйылған стела, яңы төҙөлгән мәсет, өр-яңы медпункт, балалар майҙансығы, музей итеп реставрацияланып ятҡан Сәләх олатайҙың йорто... Шунан инде парк! Парк ғәләмәт бит инде беҙҙең... Уның бер урынын Сәләх өсөн бик күп тырышлыҡ һалған, әммә яман ауырыуҙан иртә китеп барған Илдус Ғәлиәхмәт улы Солтановҡа арнаныҡ. Мин шул ергә яуаплы булдым, Илдус тураһында һөйләнем, уның иҫтәлегенә ағас ултырттылар. Аҙаҡ шул кансырт-мансырт. Эй, ысын, беҙҙең сельсовет өр-яңы тирмә һатып алған, шунда ҡунаҡ һыйланыҡ. Аллаға шөкөр, алтмышлап кеше инеп, һыйланып сыҡты. Сауаптары насип булһын! Байрам араһында өйгә бер сәбәп менән йүгереп ҡайтып килдем. Сәбәбен аҙаҡ яҙырмын. Шул ҡайтҡанда улым шылтыратты: "Әсәй, беҙҙең дәрес бөттө, ҡасан килеп алаһығыҙ?" Рәмискә әйтәм, байрам бөтмәне әле, балаларҙы үҙең барып ал. Байрам бөттө ул, мин баяғы ҡунаҡтан һуң ҡалып, сәй эсеп, гәпләшеүҙе уйлап торам. Ҡарап торҙо ла: "Ҡайҙа ғына, нимә генә эшләп йөрөһәң дә, балалар беренсе урында булырға тейеш, бергә барып алабыҙ, аңланыңмы?" - ти. Аңламай торһам, йә бөтөнләй ныҡ итеп аңлатып ҡуйыр, тип, эһе-эһе, тип баш һелктем дә клубҡа кире йүгерҙем. Барып, йомошто йомошлап, ҡунаҡтарҙы оҙатып бөттөк, ҡыҙҙарға минең һауыт-һабаны ла теүәлләп кенә һалығыҙ инде, аҙаҡ килеп алырмын, тинем дә, грамотамды ғына тотоп йүгереп ҡайтып киттем. Рәмис ишек алдында йөрөй ине. Мине күрҙе лә көлөп алып китте: "Һин, клубҡа ике ҡатырға ҡап, ике хужалыҡ сумкаһы, ике пакет тотоп, саҡ сығып киткән кеше, нишләп бер бит ҡағыҙ ғына тотоп ҡайтып киләһең ул?" - ти. Сумкала ризыҡ ине бит, улар бөттө тием. Исмаһам, сумка ҡайтырға тейеш инде, тип көлә. Ярар, ошо йүгерекләп йөрөгәнде тасуирлап бер ҡағыҙға яҙып, пишәт һуғып нығытып биреүҙәре үҙе ни тора! "Әүҙем" тип яҙылған ере ул бит "һеперелеп, өй бите күрмәй йөрөгән" тигәнде аңлата. "Өйөнә ҡайтмай йөрөгәне өсөн" тип яҙып булмай бит инде.Кеше алдына сығып, сәхнәгә күтәрелеп, Наил Юнысовтың йылы ғына ҡулын тотоп ҡарап килеп төшөү һәр кемгә лә тәтемәй бит ул. Бөгөн бер изге эште юллап, таң менән Өфө юлландыҡ. Ҡапыл ғына. Төндә генә хәл итеп. Насип булһын матур йөрөп кайтырға, өйҙәгеләр имен торһондар, ин-шаа-Аллаһ!" Текст сығанағы һәм фото: Зөлфирә Таһирова.