Кисә Хәйбулла районында бер төркөм яугирҙәр ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. "Беҙҙе унда хәрби иптәштәребеҙ көтә. Беҙ барыуға улар ғаиләләре һәм яҡындарына ялға ҡайтасаҡ", - ти улар. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған. "Егеттәребеҙҙең сираттағы төркөмө ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң яңынан хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәргә хәрби округ зонаһына юлланды. Уларға ҡаһарманлыҡтары, тыныс тормошта йәшәү өсөн илебеҙҙе яҡлағандары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙ уларға ышанабыҙ. Иң мөһиме, тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар. Егеттәргә район халҡы исеменән ҙур рәхмәт", - тип яҙған Рөстәм Динислам улы. Район хакимиәте, ирекмәндәр яҡташтары хеҙмәт иткән урынына гуманитар ылау оҙатыу, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса маҡсатлы эш алып бара. Яугирҙәр ҙә бөтә хәйбуллаларға рәхмәт һүҙҙәрен еткергәндәр. Хәйбулла районы артабан да был йүнәлештә эш алып барасаҡ, мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам ҡулы һуҙасаҡ. Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.