Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә мобиль селтәр параметрҙарын яҡшыртыу буйынса ҙур проект тамамланды. LTE технологияһы һөҙөмтәһендә элемтә тиҙлеге 60 процентҡа артҡан һәм абоненттарға мәғлүмәттәр ҙә хәҙер сифатлыраҡ тапшырыла. - Баш ҡала уртаһында һәм уның сиктәрендә йәшәүселәр, туристар һәм эшҡыуарлыҡ өсөн тиҙлекле интернеттың булыуы – мотлаҡ шарт һәм өҫтәмә уңайлылыҡ, етмәһә хәҙер барыһы ла мобиль бәйләнештән файҙалана. Эшҡыуарлыҡ өсөн был – үҫеш һәм уңыш. Республикала интернеттың таралыуы, булған селтәр тиҙлеген ҡулайлаштырыу, бәйләнеш операторҙарының ҡоролмаларҙы заманлаштырыуы туҡтауһыҙ атҡарыла, - тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының дәүләт идараһы һанлы үҫеше министры урынбаҫары Рөстәм Хәмәтвәлиев. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Өфөнөң тарихи һәм эшлекле үҙәге генә түгел, алыҫыраҡ ятҡан райондарында ла хәл яҡшырған. Бәйләнеш тармағы хеҙмәткәрҙәре торлаҡ кварталдарында, предприятиелар биналарында, уҡыу йортарында, парктарҙа һәм шифаханаларҙа байтаҡ