Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уйынсыҡтарыбыҙ Иранға юлланасаҡ

Башҡортостан Иран менән нефть һәм газ химияһы, геофизика, нефть ҡорамалдарын һәм балалар тауарҙарын етештереү буйынса хеҙмәттәшлекте планлаштыра. Иранда барған 27-се “Ирандың нефть, газ һәм нефть химияһы - Iran Oil Show 2023” халыҡ-ара күргәҙмәһендә алдан ошо хаҡта килешелде. Башҡортостандың сәнәғәт өлкәһенән туғыҙ компания “Made in Bashkortostan” коллектив стендында республика исеменән сығыш яһаны. Иран ассоциациялары һәм компаниялары менән 300-ҙән ашыу һөйләшеү үткәрелгән дә инде. - Ирандағы коллегалар беҙҙең нефть ҡорамалдарын, үлсәү системаларын, каучук, авиация һәм спорт бензинын етештереүселәргә юғары ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Был бигерәк тә беҙҙең флагман булмаған тармаҡтарға яҡшы. Балалар уйынсыҡтарын әҙерләү буйынса һөйләшеүҙәр ҙә яңы кимәлгә сыҡты. Инвестицияларҙы етештереү корпусын төҙөүгә һалыу һәм балалар өсөн 70 төр уйынсыҡ сығарыу планлаштырыла. Партнерҙарға “Алға” махсус иҡтисади зонаһы майҙансығын тәҡдим иттек. Унан тыш, эргәлә сеймал ташыған “Газпром нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең булыуы ла мөһим, - тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. Иран Республикаһы менән хеҙмәттәшлек итеү – Башҡортостан өсөн өҫтөнлөклө тышҡы иҡтисади йүнәлеш. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20968/