Апрелдә Өфө Рәсәйҙең икенсел баҙарҙағы торлаҡҡа хаҡтар кәмегән ҡалалар иҫәбенә ингән. “Фатирҙар донъяһы” федераль порталы аналитиктары хәбәр итеүенсә, илдең 70-ләгән ҙур ҡалаһында халыҡтың, беренсел баҙарҙағы торлаҡҡа ҡарағанда, икенсел торлаҡҡа ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы күҙәтелгән. Күптәр, һуңғы йылдарҙа хаҡтар артҡан яңы торлаҡты һатып алыуға ҡарағанда, осһоҙораҡ, шул уҡ ваҡытта ташлама алып булған икенсел торлаҡҡа иғтибарҙы күберәк бүлә башлаған. Яңы торлаҡҡа хаҡтарҙы кәметеүгә йүнәлеш алған баш ҡалаларҙа ла был өлкәлә хаҡтарҙың күтәрелеүе күҙәтелгән. Алдан күҙаллауҙарға ҡарағанда, күп нәмә икенсел баҙарҙағы ташламалы ипотека программаһының ниндәй форматта ҡабул ителеүенә бәйле, ти белгестәр. Әгәр күптәр ошондай мөмкинлеккә эйә булһа, хаҡтарҙың артыуы күҙәтелер, әгәр юҡ икән – хаҡтар кәмер, тигән фекерҙә белгестәр. Өфөлә лә икенсел баҙарҙағы торлаҡҡа хаҡтарҙың төшөүе күҙәтелгән. Шулай итеп, апрелдә баш ҡалабыҙҙағы яңы булмаған фатирға хаҡтар 1,8 процентҡа кәмегән. Әммә был күрһәткес, мар