Найти тему
Башҡортостан гәзите

Еңеүгә ышанабыҙ!

Башҡортостанда старт алған инициативалы бюджетлау проекты уҡыусыларға үҙ маҡсаттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә. Әбйәлил районының Сиҙәм ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары ла унан ситтә ҡалманы. Шунда уҡ ошо мөмкинлекте күтәреп алдыҡ, һәм проекттар өҫтөндә әүҙем эш башланды. Үҙенең ижади идеялары, ҡыҙыҡлы проекттары менән биш команда сығыш яһаны: «Заманса уҡыу кабинеттары», «Интерактив музей», «Спорт майҙансығы», «Акттар залы», «Интерактив комплекслы һәр кем файҙалана алырлыҡ интернет». Тауыш биреү барышында беҙгә уңыш йылмайҙы – күпселек тауыш менән «Интерактив комплекслы һәр кем файҙалана алырлыҡ интернет» проекты еңде. Мәктәптә заман талаптарына яуап биргән белем алыу өсөн интернет етмәүен барыһы ла яҡшы белә, шуға күрә бихисап һанлы белем биреү технологияларын ҡуллана алмайбыҙ. Беҙҙең команда ныҡышмалы эшләне: эҙләне, бәхәсләште, иҫбатланы. Һәм әле уҡыусылар башланғысына нигеҙләнгән республика инициативалы бюджетлау программаһына проект документтарын әҙерләү буйынса эш тамамланып килә. Проектыбыҙҙы конкурсҡа ебәреп, хыялыбыҙ һәм бөтә уҡыусыларҙың теләге тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ. Гөлнур Ғәлимова, 11-се класс уҡыусыһы. Әбйәлил районы.