Ҡартлыҡ килә үксәләргә баҫып,Әсәйемде хәҙер аңлайым:“Йәш ғүмерҙәр ул нисек тә үтә,Ҡартлығыма бәхет һорайым”.Йәш кешегә бәхет нимә инде?Бил ауыртмай, аяҡ һыҙламай,Бөтә эште үҙем эшләй алам,Бер кемдән дә ярҙам һорамай.Йәш кешегә бәхет – һаулыҡ түгел,Бәхет өсөн кәрәк мөхәббәт!Ҡартлыҡ килгәс, хатта үҙ балаңаБағаң икән, көтөп мәрхәмәт.Йылы һүҙгә, яҡты йөҙгә мохтажҠартлыҡ килә баҫып үксәгә.Миңә генә түгел, ул һиңә лә,Һәммәбеҙгә килә. Иртәгә.Ул иртәгә генә. Ә бөгөнгәУй-хыялда бары мөхәббәт.Йәшлегебеҙ теләй үбеп-ҡосоу,Ҡартлығыбыҙ һорай мәрхәмәт.Ҡартлығыбыҙ ҡарай мөйөш ашаИкеләнеп, ҡурҡып, һаҡ ҡына…Миһырбанлы, зинһар, булайыҡсы,Килер ҡартлығыбыҙ хаҡына!(Ф. Абдуллина).