Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡазанға “Рәсәй – Ислам донъяһы: KazanForum” XIV халыҡ-ара иҡтисади форумына барҙы. Сара алдынан ул Бөтә Рәсәй дәүләт телевизион һәм радиотапшырыуҙар компанияһына интервью бирҙе. Радий Хәбиров Башҡортостандың Ислам донъяһындағы өлөшө, традицион дини ҡиммәттәрҙе һаҡлау тураһында һөйләне. Шулай уҡ заман шарттарында сит ил ислам дәүләттәре менән үҙ-ара мөнәсәбәтте үҫтереү мөһимлеге хаҡында ла әйтте. Билдәле булыуынса, 2019 йылда Өфө “Рәсәй – Ислам донъяһы” стратегик төркөмө ултырышын ҡабул иткәйне. Уның файҙаһын да иғтибарға алды Радий Хәбиров. "Был сараның тап Башҡортостандың баш ҡалаһында үткәрелеүе ғәҙел дә ине. Белеүегеҙсә, 1788 йылда Екатерина II Өфөлә мосолмандар йыйылышын уҙғара. Аҙаҡ баш ҡалабыҙ Рәсәйҙең Үҙәк диниә идаралығына әүерелә. Бөгөн Башҡортостанда 100-ҙән ашыу милләт вәкилдәре тыныслыҡта, татыулыҡта йәшәй. Исламға тап шундай сифаттар хас", - тине төбәк етәксеһе. Республика Башлығы Башҡортостандың Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы илдәр