Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Уның ҡаһарманлығы беҙҙе рухландыра"

Өфөлә Рәсәй Геройы Александр Доставаловтың хәтерен мәңгеләштереү буйынса тантана уҙҙы: ул уҡыған 95-се мәктәпкә мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Сарала Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев, "Ватанды һаҡлаусылар" Башҡортостан төбәк фонды етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте вәкилдәре, Александр Доставаловтың класташтары, кадеттар һәм башҡалар ҡатнашты. "Псковта һауа-десант ғәскәрҙәренең хәрби дивизияһында булдым. Унда бик яҡшы музей бар, бейеклектә һәләк булған беҙҙең 84 десантсының исеме мәңгеләштерелгән. Ошо ротанан 22-һе - Рәсәй Геройҙары, шуларҙың 21-еһенә үлгәндән һуң исем бирелгән. Псков өлкәһе илебеҙ бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған геройҙарҙы хөрмәтләп иҫкә ала. Гранитта яҡташыбыҙ Александр Васильевич Доставаловтың да исеме уйып яҙылған. Уның исемен йөрөткән батальон да сиктәребеҙҙе һаҡлауҙа үҙен күрһәтер тип ышанам", - тине Павел Качкаев. Гөлнур Ҡолһарина йыйылған халыҡты республика етәкселеге исеменән сәләмләне. "Башҡортоста

Өфөлә Рәсәй Геройы Александр Доставаловтың хәтерен мәңгеләштереү буйынса тантана уҙҙы: ул уҡыған 95-се мәктәпкә мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Сарала Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев, "Ватанды һаҡлаусылар" Башҡортостан төбәк фонды етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте вәкилдәре, Александр Доставаловтың класташтары, кадеттар һәм башҡалар ҡатнашты. "Псковта һауа-десант ғәскәрҙәренең хәрби дивизияһында булдым. Унда бик яҡшы музей бар, бейеклектә һәләк булған беҙҙең 84 десантсының исеме мәңгеләштерелгән. Ошо ротанан 22-һе - Рәсәй Геройҙары, шуларҙың 21-еһенә үлгәндән һуң исем бирелгән. Псков өлкәһе илебеҙ бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған геройҙарҙы хөрмәтләп иҫкә ала. Гранитта яҡташыбыҙ Александр Васильевич Доставаловтың да исеме уйып яҙылған. Уның исемен йөрөткән батальон да сиктәребеҙҙе һаҡлауҙа үҙен күрһәтер тип ышанам", - тине Павел Качкаев. Гөлнур Ҡолһарина йыйылған халыҡты республика етәкселеге исеменән сәләмләне. "Башҡортостан геройҙары менән дан тота. Уларҙың береһе - Өфөлә тыуып үҫкән Рәсәй Геройы Александр Доставалов. Барлыҡ ауыр һынауҙарҙа ла халҡыбыҙ ҡыйыулыҡ күрһәтә, Тыуған илен иңгә-иң терәшеп һаҡлай. Рәсәй һалдаттары һәм офицерҙарының батырлығы, берҙәмлеге, сыҙамлылығы - ысын илһөйәрлек өлгөһө. Геройыбыҙ Александр Доставалов та тарихта сағыу эҙ ҡалдырҙы, кешелек, тыныслыҡ хаҡына батырлыҡ ҡылды. Йәш быуын да шундайҙарға тиңләшә, уларҙың өлгөһөндә тәрбиәләнә", - тине Гөлнур Ҡолһарина. "Ватанды һаҡлаусылар" төбәк фонды етәксеһе фондтың ветерандарға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итәсәген билдәләне. Шулай уҡ үҫеп килгән быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүгә өлөш индерәсәктәр. Тантаналы сарала Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальондың "Артист" ҡушаматлы яугире лә ҡатнашты. "Бөгөн Александр Доставалов исемендәге Башҡортостан батальоны яугирҙәре махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурыстарын намыҫлы башҡара. Дошмандың көслө булыуына ҡарамаҫтан, иптәштәренә үтә алған Александр Доставаловтың өлгөһө беҙҙе дәртләндерә. 1990 йылдың мартында ул "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!" тигән саҡырыуҙы тормошҡа ашырҙы. Беҙ уны хөрмәтләп иҫкә алабыҙ, бурысыбыҙҙы артабан да намыҫ менән үтәйәсәкбеҙ. Эшебеҙ хаҡ, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ", - тине ул. Билдәле булыуынса, Рәсәй Президентының 2000 йылдың 12 мартындағы Указы менән Төньяҡ Кавказ төбәгендә законһыҙ ҡораллы формированиеларҙы юҡ иткәндә күрһәткән батырлығы, ҡаһарманлығы өсөн гвардия майоры Доставалов Александр Васильевичҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Фото: "Башинформ".