"Төбәк-ара хеҙмәттәшлек өсөн ишектәрҙе тағы ла киңерәк асырға кәрәк", - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй - Ислам донъяһы” халыҡ-ара форумында. "Беҙ төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтерәбеҙ. Тышҡы сәйәси, сауҙа бәйләнештәре өсөн байтаҡ ишектәр ябылһа ла, яңыларын асабыҙ. Бөгөн Ислам форумында 80-дән ашыу Ислам дәүләтенең Рәсәйҙе хуплауын күрҙек. Улар беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Әле Иран вәкилдәре менән осраштыҡ. Был - тәүге аҙымдарыбыҙ: Ирандың да, беҙҙең дә тейешле тәжрибәбеҙ юҡ, финанс йәһәттән иҫәп-хисаптарҙың асыҡ һәм аңлайышлы системаһы әлегә булдырылмаған, уның өҫтөндә ике яҡтың дәүләт-ара комиссияһы эшләй. Беҙҙең арала тауар әйләнеше бер аҙ "ҡуҙғала" башланы. Мәҫәлән, беҙҙән үҫемлек майы, ә уларҙан, әйтәйек, киптерелгән емеш-еләк һатып алабыҙ. Беларусь Республикаһындағы кеүек тәрәнерәк интеграциялауҙы теләйбеҙ. Һис шикһеҙ, ҙур өлөштө туризм биләй, сөнки халыҡ ҡыҙыҡһына, йөрөргә теләй. Ирандың тарихи, иҫтәлекле урындары күп, шуға күрә был йәһәттән хеҙмәттәшлек м