Башҡортостан Башлығы сайтында хәбәр итеүҙәренсә, 19 майҙа Радий Хәбиров Иран Ислам Республикаһы ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Алиреза Пейман-Пак менән осрашҡан. Улар төбәктең төрлө тармаҡтарҙағы ҡаҙаныштары, перспективалы проекттары, агросәнәғәт өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса һөйләшкән. "Беҙ 2023 йылдың ғинуарында Тегеранға сәфәрҙе йылы хәтирәләр менән иҫкә алабыҙ. Ул Иран бизнесы менән хеҙмәттәшлекте юлға һалыуҙа тәүге аҙым булды, - ти Радий Хәбиров. - Сәфәр йомғаҡтары буйынса сәнәғәттә, ауыл хужалығында, гуманитар-мәҙәни өлкәлә үҙ-ара эш итеү буйынса бер нисә план билдәләнек. Ирандың Башҡортостан ауыл хужалығы продукцияһына ихтыяжы бар икәнен аңлайбыҙ. Беҙ күпләп үҫемлек майы, иген, ит ташырға әҙербеҙ. Башҡортостанда һәм Иранда Сауҙа йорттарын асыуға ҡыҙыҡһыныу бар". Төбәк етәксеһе Иран делегацияһы вәкилдәрен май аҙағында Сибайҙа үтәсәк "Урал аръяғы" инвестиция форумында ҡатнашырға саҡырған. Иран ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫ