Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бөрйәнгә яугир ҡайтып...

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Бөрйән егете һөйгәне Гүзәлиәнең тыуған көнөнә сюрприз яһап ҡайтып төшкән. Яугирҙең ниәте етди: күҙ йәштәренә мансылып, ҡосағына атылған Гүзәлиәгә ул барлыҡ ҡунаҡтар алдында кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған. Көтөлмәгән ҡыуаныслы осрашыуҙан ысын хис-тойғолар – әлеге видеола. "Бик матур! Бәхет һәм мөхәббәт һеҙгә", "Ысын мөхәббәт бына шундай була. Ысын хистәр был видеола. Һөйкөмлө ҡыҙ, һин был йәш кеше менән таш стена артында кеүек йәшәрһең. Бик матур пар, бәхетле булығыҙ. Һуғыштар тиҙерәк бөтһөн ине", "Бәхетегеҙ сикһеҙ булһын. Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ" кеүек комментарийҙар ҡалдыралар видеояҙма аҫтында. Йәштәргә бәхет, именлек теләйбеҙ. Сығанаҡ: omet-rb.com