Бөгөн Бөрйән районындағы “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексында Рәсәйҙә һәм донъяла бал ҡорттарының хәүефһеҙлеге мәсьәләләренә арналған фәнни-ғәмәли симпозиум һәм матбуғат конференцияһы үтә. Сара Бөтә донъя бал ҡорттары көнөнә арнала. Был көн кешелектең һәм планетаның сәләмәтлек торошонда ғәйәт ҙур роль уйнаған бал ҡорттарына донъя йәмәғәтселегенең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатын күҙ уңында тотоп булдырылған. Сараны ойоштороусылар булып БМО-ның Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы бүлексәһе һәм төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы сығыш яһай. Сараның төп спикерҙары – федераль һәм төбәк Ауыл хужалығы министрлығы, республика һәм урындағы власть органдары, юғары уҡыу йорттары, умартасылыҡ берләшмәһе вәкилдәре, шулай уҡ сит илдәрҙән ҡатнашыусылар сығыш яһай. Улар араһында БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ф.Р. Вәлитов, БМО-ның Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы бүлексәһенең Мәскәү офисы директоры О.Ю. Кобяков, К.А. Тимирязов исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһының кафедра мөдире,