Найти тему

Файҙалы сара көтөлә

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 25-26 майҙа Өфө ҡалаһында “Һатып алыу-2023” төбәк-ара конференцияһы үтәсәк. Конференцияны “Фабрикант” һәм “СберА” электрон сауҙа майҙансыҡтары ҡатнашлығында Башҡортостандың Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ойоштора. Сарала Рәсәй Федерацияһының 15 субъектынан һатып алыу өлкәһендә төбәк вәкәләтле органдары етәкселәре ҡатнашасаҡ. – Конференция һатып алыу процесында ҡатнашыусылар араһында диалог төҙөү, идеялар менән уртаҡлашыу һәм һәр яҡтың эш үҙенсәлектәрен аңлау өсөн ҙур майҙансыҡ булып тора. Сараның көн тәртибе заказсылар һәм тәьмин итеүселәрҙең үҙ-ара килешеп эш итеүе, һатып алыу процедураларын ҡулайлаштырыу алымдары, һатып алыуҙар өлкәһендә һөҙөмтәлелек һәм хәүефһеҙлек, шулай уҡ дәүләт һатып алыуҙар өлкәһендә ғилми-техник үҫеш һәм инновациялар кеүек темаларҙы тикшереүгә йүнәлтелгән, – тине Конкурентлыҡ сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова. “Һатып алыу-2023” конференцияһы үҙенең майҙансығында 500-ҙән ашыу ҡатнашыусыны – заказсыларҙы, поставкалаусыларҙы, эксперттарҙы, контракт системаһы өлкәһендәге яңылыҡтарҙы тикшереү өсөн һатып алыуҙар өлкәһендә төбәк вәкәләтле органдары вәкилдәрен берләштерәсәк. Федераль кимәлдә спикерҙар булып Рәсәй Федерацияһының Финанс министрлығы, Рәсәйҙең Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәте, Федераль ҡаҙналыҡ вәкилдәре сығыш яһаясаҡ. Конференцияның пленар өлөшөндә федераль башҡарма власть органдары вәкилдәре 2023 йылда контракт системаһы тураһында ҡануниәттәге үҙгәрештәр, һатып алыуҙар процедураһын ябайлаштырыу, һатып алыуҙарҙы тормошҡа ашырғанда административ яуаплылыҡҡа тарттырыу үҙенсәлектәре хаҡында һөйләйәсәк. Сараның икенсе өлөшөндә ҡануниәткә үҙгәрештәр, төҙөлөш һатып алыуҙар буйынса секция, һаулыҡ һаҡлау буйынса секция, 223-ФЗ Федераль законы буйынса һатып алыуҙар үҙенсәлектәре, берҙән-бер тәьмин итеүсенән һатып алыуҙар буйынса вәкәләтле органдар вәкилдәре һәм көйләгестәр менән секция ҡаралған. “Һатып алыу-2023” төбәк-ара конференцияһы барышында Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы заказсыларын һәм тәьмин итеүселәрен 2022 йыл өсөн “Башҡортостан Республикаһының һатып алыуҙа лидеры” рейтингында ҡатнашыу һөҙөмтәләре буйынса Дәүләт комитеты грамоталары менән бүләкләү була. Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20959/