Асҡын ауылы менән Пермь крайы сиге араһында урынлашҡан, республика әһәмиәтендәге “Яугилде-Щ.Озеро” автомобиль юлы участкаһын ремонтлау киң ҡолас ала. Ул ваҡ таштар һәм ҡом менән башҡарыласаҡ. Эштәр “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә алып барыла. Ремонт апрель аҙағында башланғайны. Һауа шарттары насар булмаһа, уны тамамлау ваҡыты июнь аҙағына билдәләнгән. – Яҙғы һәм көҙгө юл өҙөклөгө осоронда был юл буйынса бик күп мөрәжәғәттәр килде. Һуңғы ике йылда был тема бик мөһим, – тине район хакимиәте башлығы Динис Йосопов. - Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы һәм республиканың Юл хужалығы идаралығы менән берлектә ошо юлды төҙөкләндереләсәк юлдар исемлегенә индереү үтенесе менән мөрәжәғәт иттек. Уға ихтыяж ҙур. Ошо юлдан республикабыҙға Пермь крайынан, Свердловск өлкәһенән ҡунаҡтар килә. Эште “Уралуниверсалстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара. 3,5-шәр километр оҙонлоҡтағы ике участкала нигеҙҙе тигеҙләйҙәр һәм ваҡ таш-ҡом ҡатнашмаһынан япма түшәйҙәр. 17