“Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә Учалының “Таусы” стадионында Учалы районының еңел атлетика буйынса чемпионаты һәм беренселеге үтте. Ярыштарҙа 170-тән ашыу спортсы ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусыларҙың географияһы киң. Быйыл исемлекте Сибай, Баймаҡ, Белорет һәм күрше төбәктәрҙән спортсылар тулыландырҙы. Еңеүселәр биш йәш категорияһында билдәләнде. Спорт сараһында ҡатнашыусыларға тәбрикләү телмәре менән Учалы районы хакимиәтенең социаль үҫеш секторы мөдире Альбина Камаева, физик культура һәм спорт буйынса комитет рәйесе Светлана Заботина һәм ярыштарҙың баш судьяһы Таһир Мәхмүтов мөрәжәғәт итте. Улар барыһын да спорт байрамы менән ҡотланы һәм уңышлы йүгереүҙәрен теләне. Йүгереүселәр үҙҙәрен 100 метр, 300 метр, 600 метр һәм 1000 метр дистанцияла һынаны. Кемдер өсөн был беренсе етди йүгереү булды, кемдер наградалар тупланмаһын тулыландырҙы һәм бынан алдағы рекордтарҙы уҙып китте. Еңеүселәр һәм призерҙар почет грамоталары, миҙалдар һәм иҫтәлекле вымпелдар менән бүләкләнде. Билдәле булыуынса, "Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Учалы районы хакимиәте.