Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Урмандарға теймәгеҙ!

29 майҙан 11 июнгә тиклем Башҡортостан биләмәһендә “Урман” оператив-иҫкәртеү операцияһы уҙасаҡ. Уның маҡсаты – урманды законһыҙ ҡырҡыуға һәм дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыуға юл ҡуймау, урман фонды биләмәһендә ғәйеплеләрҙе асыҡлау. Иҫкәртеү сараһы шул иҫәптән "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторолған. Сарала Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының территориаль бүлексәләре, ЮХХДИ идаралығы, Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм төбәктең башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы, республиканың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы һәм йәмәғәт урман инспекторҙары, казак йәмғиәттәре (Ғафури, Нуриман, Иглин һәм Яңауыл урман хужалыҡтары территорияларында) һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары ҡатнашасаҡ. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы һәм лианаларҙы законһыҙ ҡырҡыу - енәйәтселек (Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 260-сы статьяһы), хатта ете йылға тиклем иректән мәхрүм итеүгә, шулай уҡ административ яуаплылыҡҡа (Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 8.28-се статьяһы) килтереүе мөмкин. Рөхсәтһеҙ ҡырҡҡан, урман үҫентеләренә зыян килтергән йәки урмандарҙа ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы үҙ белдеге менән ҡаҙған өсөн штраф һалыуға килтерә: - граждандарға - 3 меңдән 5 мең һумға тиклем; - вазифалы кешеләргә - 20 меңдән 50 мең һумға тиклем; - ойошмаларға - 200 меңдән 500 мең һумға тиклем, бынан тыш, һәр ҡырҡылған ағас өсөн зыян алына. Билдәле булыуынса, "Экология" (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Урман хужалығы министрлығы.