23 майҙа Өфөлә эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр өсөн бушлай «Тендерҙа нисек еңергә һәм эре заказсыларҙы нисек тәьмин итергә» семинары үтәсәк. Уҡытыу сараһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектының (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) тормошҡа ашырыу барышында уҙғарыла. Сарала төбәк башҡарма власть органдары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы вәкилдәре, эре заказсылар, эшҡыуарҙарҙың йәмәғәт берекмәләре, электрон сауҙа майҙансыҡтары вәкилдәре, шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеүсе ойошмалар сығыш яһаясаҡ. Уҡыу барышында эксперттар һатып алыуҙар өлкәһендәге ҡануниәттең төп аспекттары тураһында һөйләй, ҙур дәүләт корпорацияларының тендерҙарында ҡатнашыу нескәлектәре тураһында һорауҙарға яуап бирә һәм һатып алыуҙарҙа ҡатнашыу ваҡытында килеп сығыуы ихтимал булған ҡатмарлыҡтарҙы тикшерә. Тыңлаусылар дәүләт корпорацияларын һатып алыуҙа еңеү өсөн һөҙөмтәле эш ҡоралдары исемлеген аласаҡ. Ҡатнашыусылар һаны сикләнгән. Сараға сайтта теркәлергә мөмкин. Фото асыҡ сығанаҡтан. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20218/