Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Ҡатыным башҡаса әсәй була алмаясаҡ”

Ошо көндәрҙә Өфөлә фажиғәле хәл теркәлде. Ике йәшлек баланың өҫтөнә ҙур телевизор ҡолап, ул һәләк булды. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, сабыйҙы бала ҡараусыға ҡалдырған булғандар. Кисә баланың атаһы “Честно говоря” тапшырыуына был хәл тураһында һөйләгән. “Был беҙҙең берҙән-бер бала ине, ҡатыным башҡаса әсәй була алмай”, – тигән атай кеше. Уның белlереүенсә, улар балаһын Үзбәкстандан килгән ҡатынға ҡарарға йөрөткәндәр. Уны социаль селтәр аша тапҡандар, айына 10 мең һум түләгәндәр һәм барыһы менән дә ҡәнәғәт булғандар. Был хәлдән һуң ғаилә башлығын ҡулға алғандар һәм уның Өфөлә законһыҙ булыуы арҡаһында штраф һалғандар. Ә бала ҡараусы ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылған. Әйткәндәй, атай кешенең ул ҡатынға дәғүәһе юҡ, ә бына ҡатыны уға бик ҡаты яза биреү яҡлы. Фото: Тәфтиш комитеты.