Найти тему
Башҡортостан гәзите

Гөл ҡыҙҙың теләген "ишеткән"

"Гөл кешенең ҡулынан үҫә" тигәндәрен ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Шулай булмаһа, Сәлимәнең гөлө беренсе булып сәскә атыр инеме микән?! Нурзиә Хәсәнова үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә ҡыҙы Сәлимәнең нисек итеп гөл тәрбиәләүе хаҡында яҙған. "Сәлимәнең класы мәктәптә тәҙрә төбөндә бәрхәт сәскә (бархатцы) үҫтереү буйынса ярышты. Ҡыҙымдың гөлө беренсе булып сәскә атҡан, шуның өсөн бүләк отҡан. "Көн дә әҙләп кенә һыу ҡойҙом, имен-һау ғына үҫ инде, тип яратып торҙом", – тип гөл үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашты ҡыҙым. Гөлө уның теләген "ишеткән", күрәһең". Бына бит сәскә-гөлдәрҙе нисек тәрбиәләргә кәрәк! Сәлимәнең кәңәштәренә ҡолаҡ һалһағыҙ, һеҙҙең дә гөлдәрегеҙ шау сәскәгә күмелер. Фото: Нурзиә Хәсәнова.