Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Никахты теркәтеүгә ғариза биреү урындары арта

Бөгөндән башлап никахты теркәтеүгә ғаризаны Күп функциялы үҙәктең бөтә офистарында ҡабул итәсәктәр. "Илебеҙҙең ғаилә ҡорорға теләгән бәлиғ йәштәге граждандары, Күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итеп, никахтарын теркәтеү өсөн үҙҙәре теләгән датаны, ваҡытты һайлай ала. Бынан тыш, республиканың алты ҡалаһында (Өфө, Күмертау, Сибай, Мәләүез, Октябрьский, Стәрлетамаҡ) Күп функциялы үҙәк белгестәренең килеп хеҙмәт күрһәтеүе ойоштороласаҡ, – тигән аңлатма бирҙе Күп функциялы үҙәктең республика селтәре директоры Наталья Куприянова. – Күп функциялы үҙәк аша ғариза биреүҙең төп үҙенсәлеге – экстерриториаль принципта, йәғни ғаризаны яҡындағы Күп функциялы үҙәктә тапшырырға һәм никахты теркәү процедураһын үткәреү өсөн теләгән ЗАГСты һайларға мөмкин". Был осраҡта, ғариза биреү өсөн документтарҙы алып, икәүләп килергә кәрәк (яңғыҙың килгәндә, никахҡа инергә теләгән икенсе кешенең нотариаль рәүештә раҫланған ғаризаһы булырға тейеш). Дәүләт пошлинаһы 350 һум тәшкил итә. Әгәр яҡтарҙың береһе элек никахта торған булһа, никахты тарҡатыу тураһында танытмаһы булырға тейеш. Тулы мәғлүмәт менән танышырға теләһәгеҙ, контакт-үҙәк телефондарына шылтыратығыҙ: 7(347)-246-55-33; 7(927)-33-33-10. Рәсми сайты - mfcrb.ru. Фото: "Феерия" арт-студияһы.