Бөгөн Өфө күп функциялы һөнәри колледжының Уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығын өҙлөкһөҙ арттырыу үҙәгендә "Башҡортостан Республикаһының белем биреү ойошмаларында һөҙөмтәле остазлыҡ тәжрибәләре" республика конкурсы еңеүселәрен һәм лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. "Конкурс остазлыҡ тәжрибәләрен асыҡлау һәм таратыу, республикабыҙҙың белем биреү ойошмаларында остаздың социаль, профессиональ статусын күтәреү өсөн уҙғарылды", - тип һөйләне Башҡортостан мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин. Конкурста мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмалары уҡытыусылары, директорҙары, шулай уҡ өҫтәмә һәм урта һөнәри белем биреү ойошмалары директорҙары ҡатнашты. Конкурс ике этапта үтте: беренсеһе - ситтән тороп ҡатнашыу этабы; икенсеһе - ике конкурс һынауынан торған этап. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса 13 еңеүсе һәм 30 лауреат билдәләнде, улар икенсе этаптың икенсе һынауына үтте һәм остазлыҡтың көнүҙәк темаларына арналған "түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашты. Асыҡ тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса жюри тарафынан конкурстың абсолют еңеүсеһе тип Саҡмағош районы Саҡмағош ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәзимә Исмәғил ҡыҙы Мостафина билдәләнде. Фото: Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы.