Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Студенттар кампусы бер нисә вуз файҙаланған биләмә буласаҡ

Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы – бер үк ваҡытта бер нисә вуз файҙаланған биләмә. Шулар араһында Өфө фән һәм технологиялар университеты ла бар. Ул икенсе һәм өсөнсө ҡаттар өсөн яуаплы. Уларҙа ете лаборатория, ДНК һәм РНК бүлеү зонаһы һәм ике ярҙам үҙәге урынлашасаҡ. Яңы юғары уҡыу йорто тураһында Яңы вуз республиканың ике ҙур юғары уҡыу йортон - Башҡорт дәүләт университетын менән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереүҙән барлыҡҡа килде. Бөгөн университет структураһында 22 факультет һәм институт, Бөрө, Ишембай, Күмертау, Нефтекама, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларында алты филиал бар. Юғары уҡыу йортонда 45 мең Рәсәй һәм 2 меңдән ашыу сит ил студенты белем ала. Бакалавриат, магистратура һәм специалитет буйынса 150 йүнәлештә гуманитар, тәбиғи-фәнни һәм техник профилдәге 700-ҙән ашыу белем биреү программалары буйынса әҙерлек алып барыла. Профессорҙар һәм уҡытыусылар ике мең ярымдан ашыу тәшкил итә, уларҙың мең ярымы – фән докторҙары һәм кандидаттары. Бөгөнгө көндә Өфө фән һәм технологиялар университеты илдәге иң ҙур юғары уҡыу йорттарының береһе булып тора һәм Мәскәү менән Санкт-Петербургтың уҡыу йорттары менән генә сағыштырырлыҡ кимәлдә. Фән ҡорамы Проекттың тәүге этабын - «IQ-парк»ты - 2023 йылда тамамлау күҙаллана. Өфө фән һәм технологиялар университетына, Башҡорт дәүләт медицина университетына һәм Өфө дәүләт нефть техник университетына үҙҙәренең урындары беркетелгән, һәр береһе икешәр ҡат өсөн яуаплы. Икенсе ҡат Икенсе ҡатта ғилми тикшеренеүҙәр дүрт лабораторияла – Күп функциялы материалдар лабораторияһында; Йәштәрҙең органик наноэлектроника һәм яңы материалдар дизайны лабораторияһында; Полимер композицион материалдар лабораторияһында; «Киләсәк моторҙары» лабораторияһында алып барыла. Бынан тыш, икенсе ҡатта ике үҙәк: Технологиялар трансферы үҙәге һәм «Яңы бизнес биләмәһе» студенттар эшҡыуарлығы үҙәге урынлашасаҡ. Өсөнсө ҡат Өсөнсө ҡатта үҙ ишектәрен өс лаборатория асасаҡ: Популяция һәм медицина генетикаһы лабораторияһы; Нейрокогнитив геномика лабораторияһы; Молекуляр биоинженерия лабораторияһы. Шунда уҡ ДНК һәм РНК-ның бүленеү зонаһы урынлашасаҡ. Вуздар араһында майҙандарҙы бүлеү һөҙөмтәлерәк эшләүгә булышлыҡ итәсәк, шулай уҡ ғилми секторға алдынғы ҡарарҙарҙы йыйыу, анализлау, әҙерләү һәм индереүҙе тиҙләтергә ярҙам итәсәк. ДНК һәм РНК бүленеү зонаһы ДНК һәм РНК бүленеү зонаһы, уның лаборатория бүлмәләре дөйөм һәм ҡаттағы бөтә генетик лабораториялар өсөн кәрәк. Был төрлө биологик материалдарҙан бүленгән нуклеин кислоталарының популяция һәм медицина генетикаһы, нейрокогнитив геномика, геном һәм гендан һуңғы технологиялар лабораториялары менән төп тикшереү объекты булыуы менән бәйләнгән.