Яҙыусы Әхмәр Үтәбай социаль селтәрҙәге сәхифәһендә "Мең дә бер күҙәтеүем" тигән рубрика алып бара. Уның сираттағы күҙәтеүе ауылдарҙың әкренләп юҡҡа сығыу проблемаһына, уны хәл итеү юлдарына арналған. "Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко йәштәрҙе күпләп ауылға йәшәргә ҡайтырға саҡыра. Бының өсөн интернет аша блогерҙар ярҙамында ауыл тормошон популярлаштырыуҙы тәҡдим итә. Һуңлап булһа ла, Рәсәй Федерацияһы етәкселегенең өсөнсө позицияһын биләгән кешенең ауылды иҫкә төшөрөүе һәр йәһәттән хуплауға лайыҡ. Әммә: 1. Ауылға йәштәрҙе саҡырыу, ауыл тормошон популярлаштырыу ярҙамында ғына бөгөнгө ауылды күтәреү, үҫтереү, һаҡлап ҡалыу мөмкин түгел. Был – ауыл тормошон романтика итеп күргән кешеләрҙең бойомға ашмаҫ хыялы. Ауыл тормошон аяҡҡа баҫтырыу дәүләт кимәлендә ҡабул ителгән закондар, программалар ярҙамында ғына мөмкиндер. Дәүләт ауылға йөҙө менән боролоуы лазым. "Ауылда эш юҡ тигән һүҙ дөрөҫ түгел, ялҡау булмаһаң..." тиеүселәр ҙә бар. Дөрөҫ һүҙҙәр, әммә бөтә кеше лә үҙ эшен аса алмай. Икенсенән, тик шәхси хужалыҡ алып барыу кимәлендә генә хәҙерге заман шарттарында ғаиләңде тәьмин итеү мөмкин дә түгелдер. 2. Һәр заманда, һәр дәүләттә ауыл ул ҡаланы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе генә урын ғына түгел, ә һәр дәүләттең стратегетик — демографик мәсьәләһен хәл итеүсе урын да. Нимә генә тимә, ҡалала йәшәүсе ғаиләләрҙә балалар һаны 1-2-нән артманы һәм артмай, был демографик үҫештең нуль кимәле. Шуға күрә ауыл хужалығын дотациялауҙы дәүләт тап ошо стратегетик мәсьәләне хәл итеү кимәленә күтәрергә бурыслы. Ауыл ҡаланы ғына туйҙырып ҡалмай, дәүләтте, милләтте кеше менән тәьмин итә. 3. Мәктәп бөтһә, ауыл бөтә тигән аңлатма тулы түгелдер. Ни өсөн тигәндә мәктәптәр уҡырға балалар ҡалмау сәбәпле ябыла, ә балаларҙың ҡалмауы уларҙың ата-әсәһенә ауылда эш булмауына туранан-тура бәйле. Ауылда эш булмаһа, унда йәштәр ҡалмай, йәштәр ҡалмаһа, балалар булмай, балалар булмаһа – мәктәптәр ябыла. Мәктәптәр ябылыуы ла үҙ нәүбәтендә тиҫтәләгән эш урындарын юҡҡа сығара. Ҡыҫҡаһы, ауыл дәүләттең ярҙамына мохтаж", - тип яҙҙы яҙыусы. Һеҙ был фекерҙәр менән килешәһегеҙме? Сығанаҡ: vk.com/id184345067 Фото: arnfoto.ru