23 майҙан 28 майға саҡлы БСТ телеканалы тамашасыларын белорус киноһы көндәре көтә. Был мәҙәни акция Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең тиҙҙән үтәсәк Х форумына арнала. "Беларусь менән Башҡортостан араһындағы бәйләнеш ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки беҙҙең мәҙәни ҡаҙаныштар уникаль йолалар һәм тарихи элемтә менән байытылған. Беҙ үҙебеҙҙең бай мираҫ менән ғорурланабыҙ һәм уны киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалырға ынтылабыҙ", - ти Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев. Төрлө жанрҙар һәм йүнәлештәрҙәге таҫмалар көн һайын күрһәтеләсәк. 22 майҙа "Днепровский рубеж" драмаһы күрһәтелһә, 23 майҙа тамашасыларҙы "Кадет" исемле детектив көтә. 24 майҙа "Чудо остров или Полесские робинзоны" мажараларын ҡарай алаһығыҙ. 26 һәм 27 майҙа - "Правила геймера" һәм "Вот это любовь" картиналары. Аҙналыҡ 27 майҙа "Волки" фильмы менән тамамланасаҡ. Фото: "Башинформ".