Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кампус төҙөлөшө Хөкүмәттең иғтибар үҙәгендә

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү буйынса сираттағы кәңәшмә үткәрҙе. Проекттың беренсе этабын быйыл тамамлау күҙаллана, ә икенсе сираты 2025 йылдың аҙағына тапшырыласаҡ. Ошо көндәрҙә кампус проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе һәм уны үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса стратегик сессия уҙғарылды, тип иҫкә төшөрҙө Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе. - Сессияла ҡатнашыусылар һәр йүнәлештең киңәйтелгән концепцияһын ҡараны. Шулай уҡ индустриаль партнерҙарҙың һәм юғары уҡыу йорттарының «IQ-паркты» тулыландырыу буйынса тәҡдимдәре тикшерелде. Сессия һөҙөмтәләрен ҡыҫҡа ваҡытта рәсмиләштерергә һәм уларҙы ғәмәлгә ашырыуҙы тәьмин итергә кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр. Андрей Назаров ведомство етәкселәре, юғары уҡыу йорттары һәм ҡыҙыҡһынған ойошмалар вәкилдәре менән бергә проект-смета документацияһына төҙәтмәләр индереүҙе тамамлау, планлаштырыуҙы раҫлау, дизайн-проекттар әҙерләү һәм эштәрҙе башҡарыу графигын төҙөүгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Проектты тормошҡа ашырыуҙың ағымдағы стадияһы һәм вуз-ара студенттар кампусын төҙөү буйынса йөкләмәләрҙең үтәлеше тураһында ентекле итеп республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һәм республика Хөкүмәтенең Дәүләт контроле департаменты директоры Вячеслав Чернов һөйләне. Андрей Назаров проекттың икенсе сираты буйынса проект-смета документацияһын әҙерләүҙең төп параметрҙарын билдәләүгә баҫым яһаны. Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru