“Музей-бер ҡасан да үлмәй торған тере тарих ул,” - ти татар яҙыусыһы Аяз Ғиләжев. Ысынлап та та музей - тарих төпкөлөнән килгән шаңдау, быуаттарҙы- быуаттарға тоташтырыусы рухи байлыҡтарыбыҙ үҙәге. Рәсәйҙә музейҙар Петр I заманында барлыҡҡа килә. Петр I тарафынан булдырылып Кунст-камера һуңынан хәҙерге Эрмитаждың нигеҙен тәшкил итә. Шул иҫәптән күп кенә провинциаль музейҙар асыла, 1864 йылда Өфөлә музей төҙөү бурысы ҡуйыла. Бөгөнгө көндә республикала 100-гә яҡын музей иҫәпләнә. Бөгөн ҡала һәм район үҙәктәрендә уранлашҡан музейҙарҙан башҡа, күп кенә мәктәптәрҙә лә музейҙар эшләй. Мәҫәлән, Баймаҡ районының Күсей ауылы мәктәбендә оҙаҡ йылдар мәктәп музейы уңышлы эшләп килә. Музейҙы ойоштороусыһы тарих уҡытыусыһы Әсмә Бикташева булһа, хәҙер уның етәксеһе Нәркәс Үтәғолова. Ҡасандыр бер мөйөштән генә башланған музей бөгөн тотош ике бүлмәне биләй. Күсей ауылы үҙенең күренекле шәхестәре менән киң билдәле. Шуға күрә бында Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловҡа, Башҡортостандың халыҡ шағир