Республиканың һәр ауыл, ҡалаһы махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтә. Кемдер аҙыҡ-түлек тупланмаһы әҙерләһә, икенселәр яугирҙәргә кейем-һалым туплай. Әле күп ауылдарҙа маскировкалау селтәрҙәре әҙерләнә. Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылы халҡы ла был эштән ситтә ҡалмаған. Ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм ауылдың битараф булмаған кешеләре һалдаттарға ярҙам ҡулы һуҙырға һәр ваҡыт әҙер. Ауыл клубының мәҙәни ойоштороусыһы Әлфирә Айытбаева махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашыусыларға тәғәйен маскировкалау селтәре үреү буйынса оҫталыҡ класы күрһәткән. Урындағы фермер Нур Күсәрбаев маскировкалау селтәре өсөн махсус таяуҙарға материал бүлгән, ир-егеттәр ҡоро ағзалары Хәлим Исхаҡов, Бүләк Йыһаншиндар менән бергәләп эшләп ҡуйһалар, ауыл старостаһы Иршат Айытбаев туҡыма һатып алыуҙа ярҙам иткән. Әле ауыл халҡы бергәләп яугирҙәр өсөн селтәр үреүен дауам итә. Изге эшегеҙ яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлауҙа, еңеүҙе тиҙерәк яҡынайтыуға оло ярҙам булһын! Фото: Иҫәнгилде ауылы төркөмөнән