Ишембай егете – “Салауат Юлаев”тың һөжүм итеүсеһе Родион Әмиров баш мейеһе яман шешенә ҡаршы көрәшеүен дауам итә. Был хаҡта хәбәр иткәйнек инде. Күптән түгел яҡташыбыҙҙың – Милли хоккей лигаһының “Торонто Мейпл Лифс” командаһы һөжүм итеүсеһенең – “Салауат Юлаев” командаһы менән килешеүенең оҙайтылыуы асыҡланды. Был хаҡта клубтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Яҙмыш һынауҙарын еңеү хаҡына көрәшкән егет өсөн һәммәбеҙ ҙә борсола. Ә был документҡа ҡул ҡуйылыуы иһә киләсәктә барыһының да яҡшы буласағына өмөт өҫтәне. Өҫтәүенә һәр кем ауыр ваҡытта һынала: юлаевсыларҙың уға терәк-таяныс булыуы – яҡшы күренеш. Ишембай егете командабыҙҙа 2019 йылда уйнай башлағайны. Һөҙөмтәлә 79 матчта 18 (10+8) мәрәй тупланы. “Родион Әмировтың командабыҙҙа ҡалыуына шатмын. Мин һәм тренерҙар штабы уның тиҙерәк боҙға ҡайтыуын теләйбеҙ. Родион менән һәр ваҡыт бәйләнештәбеҙ, тотош миҙгел буйы ул командабыҙға терәктәш булды. Ул – һәләтле һәм көслө егет. Һәм, һис шикһеҙ, командабыҙға көс өҫтәй”, – тип белдергән “Сал